Өфөлә йәшәгән 67 йәшлек пенсионерҙың телефонына ял көндәрендә билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙар килә. Шылтыратыусылар үҙҙәрен инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. "Тәжрибәле брокерҙар" сауҙа алып барыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә булыуы тураһында һөйләй. Улар табышлы компанияларға инвестициялар һалып, өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеген тәҡдим итә. Оло йәштәге иргә "тиҙ аҡса эшләү" идеяһы оҡшай. Мутлашыусылар пенсионерҙан аҡсаны "инвестиция портфеленә" күсереүҙе һорай. Һөҙөмтәлә ир аферистарға 1 миллион һумдан ашыу шәхси аҡсаһын күсерә, әммә вәғәҙә ителгән килемде ала алмай.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләрҙең билдәһеҙ иҫәптәренә аҡса ебәрмәгеҙ, был йыш ҡына күңелһеҙ эҙемтәләргә, атап әйткәндә, ҙур бурысҡа һәм шәхси тупланмаларҙы юғалтыуға килтерә.
Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.