Гүзәл ҺЫРЛЫБАЕВА 1958 йылда Яңы Мөсәт ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлап, Иҫке Собханғол мәктәбендә пионервожатый булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ Байғаҙы ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп алғас, тыуған ауылы мәктбендә тәрбиәүи эштәрҙе ойоштороусы була. Шағирә, музыкант, Мәғариф алдынғыһы. “Салауат йыйыны”ндағы сәсәндәр бәйгеһе һәм Иҙел Нияҙғолов исемендәге гармунсылар конкурсы еңеүсеһе.
ТӘБИҒӘТЕМ - СЕРҘӘШЕМ
Һандуғасты моңдаш итеп
Йөрөйөм урмандарҙа.
Сәскәләргә серем сисәм
Яңғыҙым яландарҙа.
Иң тоғро дуҫ – тәбиғәттер
Хәҙерге замандарҙа.
Сереңде сисмәй берәүгә –
Һыя ауыр зарҙар ҙа.
Үкһеп илап, сер бүлешкәс,
Йомшарҙы күңелем дә.
Эстәремдә ут көйрәүен
Белмәй әле бер кем дә.
Тыштан көлөп, эстән көйрәп
Йәшәүҙәре бик ауыр.
Китеп барһам был донъянан,
Балаларым кем бағыр?!
Шыбыр-шыбыр шыптырлашып
Япраҡтар йыуаталар.
Бөрөләр, шартлап асылып,
Өмөттө уяталар.
Зарым һөйләп, серем сискәс,
Бушаны күңелдәрем.
Тәбиғәттән аяу көтөп
Үтә шул ғүмерҙәрем.
Ҡарҙар яуа
Ап-аҡ ҡына ынйы ҡарҙар
Яуалар ҙа яуалар.
Ваҡытлыса еребеҙҙең
Ҡараларын ябалар.
Аҡ ҡар аҫтында ҡалһасы
Күңел ҡаралары ла.
Бер сафланып ҡалыр ине
Әҙәм балалары ла.
Күңел ҡараһын күмерлек
Ҡарҙар яумай әлегә.
Ашып-алҡынып торһа ла,
Мәңге етмәй бәндәгә.
Астан ҡаныҡҡан яман, тип
Бушҡа әйтмәйҙәр икән.
Әллә байлыҡ көрттәренән
Бәхет эҙләйҙәр микән?
Байлыҡ – бер айлыҡ икән ул,
Тигән тапҡыр һүҙҙәр бар.
Гелән йылы йәйҙәр булмай,
Алда һалҡын көҙ ҙә бар.
Бар булһа ла бөлөнгәндәр,
Юҡ тигәндәр бар әле.
Күршенекен ҡаҙҙай күргән
Күңел мәңге яралы.
Ниңә күңел йымылдамай
Ошо ап-аҡ саф ҡарҙай.
Күҙе тоноп мал йыялар
Ике ғүмере барҙай.
Тәбиғәттең матурлығын
Күрер ваҡыттары тар.
…Ап-аҡ ҡына ынйы-ҡарҙар
Яуалар ҙа яуалар.
Һөйөп туялманым
Был донъяла миңә барыһын да
Үлсәп кенә биргән Тәңерем.
Самаһынан үтһә, тартып ала.
Өҙгөләнә шуға бәғерем.
Бәхетем дә бик самалы ғына,
Ә һаулыҡты инде әйтмәйем.
Һөйөү ҡәҙерҙәрен белгәс кенә
Ташлап китте йәрем-йәнкәйем.
Ҡайғыларҙың һәр төрлөһөн бирҙе:
Баланыҡын, туған, йәрҙекен.
Теткеләнеп бөткән йөрәккенәм,
Өҙгөләнгән - ярты йәнлемен.
Һөйөүем дә мөлдөрәмә ҡалды,
Һөйөлөп тә туя алманым.
Үкенескә булды барыһы ла,
Бик һуң ғына шуны аңланым.
…Ете төндә йоҡо алмай мине,
Яҙмыш яраларын уйланым.
Йөрәгемдә түгелмәгән хистәр –
Һөйөп туйманым мин, туйманым…