Бөтә яңылыҡтар

Август ниндәй буласаҡ?

Июлдән ныҡ айырылып торормо икән?

Август ниндәй буласаҡ?
Август ниндәй буласаҡ?

Тиҙҙән йәйҙең һуңғы айына ла аяҡ баҫабыҙ. Августа көн торошо нисек булыр?

Синоптиктар күҙаллауынса, республикабыҙҙа августа ла көндәр әллә ни һәйбәт булмаясаҡ. Июлдә аномалиялар була, тигәйнеләр бит. Ысынға ашты. Бер көн – эҫе, биш көн ямғыр, бәләкәй генә йылғаларҙың да ташыуы аномаль була инде...

Августа ла ҡойма ямғырҙар дауам итеүе ихтимал, көслө дауыл да йыш булыр, тиҙәр. Хатта боҙ-борсаҡ та яуасаҡ. Урыны менән. Их, шул урындарын да алдан әйтһәләр...

Гисметео порталы фаразлауынса, августың тәүге яртыһында көндөҙгө уртаса температура +23, +24 градус була. Бер яҡтан, насар уҡ түгел бит. Тик шыр ҡойоп яуған ямғырҙан һуңғы самаһыҙ эҫе көндәрҙе лә һанап сығарғандар был уртасаны.

Мәскәүҙәргә лә еңел түгел: арыу ғына эҫе буласаҡ. Норманан 2 – 4 градусҡа юғарыраҡ, ти белгестәр.

Фото: автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: