Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июля 2024, 03:00

Ауыҙҙа иреп тора

Ҡатлы печенье был. Теләһәгеҙ, пирожный, тиегеҙ.

Ауыҙҙа иреп тораАуыҙҙа иреп тора
Ауыҙҙа иреп тора

Кәрәк: дүрт йомортҡа, 150 г шәкәр, бер семтем тоҙ, 150 г үҫемлек майы, бер ҡап ҡабартҡыс, бер балғалаҡ ваниль, 580 – 600 г он, ике ҡалаҡ какао, ике ҡалаҡ һөт, бер аҙ бал (ҡайнатма ла ярай), кокос онтағы.

Әҙерләү: йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға. Ваниль, тоҙ, май ҡушып бутарға. Шунан ондоң сама менән яртыһын һәм ҡабартҡыс һалып бутарға ла, ҡул менән баҫырға. Тағы, бер аҙын ғына ҡалдырып, он ҡушырға. Йомшаҡ ҡамыр килеп сыға. Уны икегә бүлергә, әүәләргә. Береһенә какао ҡушып баҫырға, һөт өҫтәргә. Йәнә икегә бүлеп, әүәләргә.

Аҡ ҡамырҙы ла икегә бүлергә. Береһен пергамент ҡағыҙына һалып, йәйергә, бик ҙур итмәҫкә. Уның өҫтөнә какаолы ҡамырҙы һалып, тағы йәйергә. Артабан – аҡ ҡамырҙы, шунан – какаолыны.

Йәймә арыу ғына ҙурайып, йоҡарып китә.

Өҫтөн сәнске менән ипләп кенә баҫҡыларға ла бешерә торған һауытҡа күсерергә.

Өҫтөнә бал һыларға. Оҡшаһа, кокос һибергә. 180 градус эҫелектә бешә.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас