Бөтә яңылыҡтар

Ябығырға теләүселәргә тәмлекәстәр

Эйе, эйе. Тәмле-татлынан айырылмайынса ла ябығырға була.

Ябығырға теләүселәргә тәмлекәстәр
Ябығырға теләүселәргә тәмлекәстәр

Түбәндәгеләрҙе ҡурҡмай ашарға мөмкин:

Ҡара шоколад. Уның составында кәм тигәндә 75 процент какао булырға тейеш. Бындай шоколад антиоксиданттарға, флавоноидтарға һәм кальций, тимер, магнийға бай, витаминдар ҙа күп. Калорияһы ла бар инде, әммә файҙаһы ла күп.

Зефир. Ул тәбиғи продукттарҙан эшләнә. Тимер, фосфор, аҡһымға бай.

Ҡаҡ (пастила). Уның составында ла файҙалы матдәләр, шул иҫәптән фосфор, пектин, С витамины күп.

Мармелад. Ул иһә В, Е, С, К витаминдарын үҙендә туплай.

Кипкән емештәр. Ябығыу диетаһында булғанда, һаулыҡ өсөн уларҙың да файҙаһы етерлек. Тик юғары калориялы булалар. Курага, йөҙөм, финик эсәктәргә ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты нығыта.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: