Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июля 2024, 16:30

Сибайҙан Князевтар ғаиләһе ГТО буйынса республикала алдынғы!

Билдәле булыуынса, "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" (ГТО) нормаларын үтәү һаулыҡты нығытыуға, халыҡтың бөтә йәш төркөмдәренең физик әүҙемлеген һәм әҙерлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Сибайҙан Князевтар ғаиләһе ГТО буйынса республикала алдынғы!Сибайҙан Князевтар ғаиләһе ГТО буйынса республикала алдынғы!
Сибайҙан Князевтар ғаиләһе ГТО буйынса республикала алдынғы!

Уның буйынса шулай уҡ спорт резервы әҙерләү, халыҡтың физик әҙерлек кимәлен булдырыу һәм нығытыу, балалар-үҫмерҙәр спортының һәм спортсыларҙың оҫталығын үҫтереү, спорт резервтары оҫталығын камиллаштырыу буйынса эш тә алып барыла.

Сибай ҡалаһында ГТО буйынса күп эштәр башҡарыла. Уңыштар ҙа юҡ түгел - яңыраҡ Князевтар ғаиләһе Салауатта үткән «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының төбәк этабы фестивалендә еңеүсе булды. 

Өс көн дауамында 18 ғаилә командаһы төрлө төрҙә ярышты: дөйөм физик әҙерлек, электрон ҡоралдан атыу, йүгереү, гимнастика, 25 һәм 50 метрға йөҙөү, эстафета. Сибайҙар команда зачетында еңеү яуланы, Икенсе урында - Октябрьский ҡалаһынан команда, өсөнсөлә - Нефтекаманан.

Князевтар - "Ирәндек" боҙ һарайының шорт-трек буйынса тренерҙары Александр Александрович Һәм Любовь Александровна 10 йәшлек ҡыҙы Арина менән сығыш яһаны. Улар менән шулай уҡ өләсәһе Ирина Анатольевна ла булды.

Ғаиләләге һәр кем дөйөм еңеүгә үҙ рекордтарын индерҙе. Александр үҙенең төркөмдәрендә атыуҙа иң яҡшыһы булһа, Любовь ҡулдарын бөгөүҙә, Ирина Анатольевна йөҙөүҙә, Арина 30 метрға йүгереүҙә һынатманы. 

Князевтар ғаиләһе быйыл 22-28 августа Томскиҙа үтәсәк ГТО фестиваленең Бөтә Рәсәй этабында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.

Түбәндә Сибайҙа ГТО тапшырыу тарихын байҡайыҡ 

2020 йылдың ноябрендә Сибайҙың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе янында ГТО нормативтарын үтәү өсөн спорт майҙансығы ҡуйыу тамамланды. Шунан алып бында спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә, яҡын-тирәләге биҫтәләрҙә йәшәүселәр ҙә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Ҡала халҡы һаулығын нығытыуға һәм физик әҙерлек кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итәсәк спорт ҡоролмаһын лайыҡлы баһаланы ла инде.

ГТО-ның бәләкәй спорт майҙансыҡтары өсөн 2 765 376,72 һумлыҡ спорт – технологик ҡорамалдар комплекты «Демография» милли проекты («Спорт - тормош нормаһы» төбәк проекты) сиктәрендә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан тапшырылды.
Комплектҡа урам тренажерҙары һәм гимнастика ҡорамалдары, турниктар, арҡыры һайғауҙар, бурсалар, гимнастика эскәмйәләре, ҡулдарҙа йөрөгөстәр инә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас