Нурия МОРТАЗИНА 1976 йлда Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Баймаҡ районының Байыш мәктәбендә эшләй. “Илһам шишмәләре – 2021” фестивале лауреаты.
Төштә күрәм әсәйемде
Бына тағы әсәй төшкә инде.
Һағынғанмын, ахры. Илаһым,
Күрешер көндәремде яҡынайтсы! –
Күҙ йәштәрем түгеп иланым.
Бөгөн тағы төн йоҡомдо өҙөп,
Татлы хыялдарға бирелдем:
Кес кенәмен. Бәүелсәктәгеләй,
Әсәй ҡосағында бәүелдем.
Әле минең уҡып йөрәгәнем, тим,
Мин ҡайтыуға ут та яғылған.
Аҡ мейестең ялҡын ипкендәре
Әсәй йөҙөнә лә ҡағылған.
Әле, имеш, ҡарҙар яуған икән,
Әсәй тыштан онон индерә.
Оло табаҡ күреп тауыҡ-ҡаҙҙар
Уның артынан ҡалмай йүгерә.
Бер көн иһә ҙур ҡаҙанға ҡойоп
Ҡайнатмаһын әсәй ҡайнатты.
Ҡарағаты бер йыл, эй, уңғайны,
Күрше-тирә алды таратып.
Шулай үтә төндәр. Төштәремдә
Йыш ҡайтамын бала сағыма.
Әсәйемдең изге төйәгенә
Юлдар ғына төшмәй өндәрҙә.
Йыуаныс табам килер төндәрҙән...
МИН – ИГЕҘӘК
Йәнем йәнә ярғыланды бөгөн,
Ҡап урталай сыҡты бүленеп.
Игеҙ йәндәр шулай айпалашты
Шатлыҡ йәштәренә күмелеп.
Бер яртыһы йондоҙҙарға ашты -
Бәхетенең һуңғы ҡатына.
Ә һыңарым-айыҡ аҡыл яҡлы,
Ултырма ти, йәнә ҡатыға.
Игеҙ йәнем шулай бүлгеләнә:
Һөйөү өтһә ярты өлөшөн,
Ҡалғанына иһә нәфрәт ҡала -
Өлөшөнә төшкән көмөшө.
Шулай ғүмер итә игеҙ йәнем,
Бер бөтөнгә гүйә, урын юҡ...
НИКАХ ТӨНӨ
Ауыл йоҡлай. Бөтә ерҙә һиллек.
Мин йөрөйөм йола атҡарып.
Ҡыҙ йәшерҙек бөгөн. Кейәү иһә
Кәләш эҙләй ер-һыу аҡтарып.
Боронғонан ҡалған йола бит ул,
Ҡыҙ йәшереү никах төнөндә.
Ауыл-ауыл инде, барын белә:
Кем өйләнгән, айын, көнөн дә.
Әммә бөгөн күңел бик кителде.
Кәләш эҙләп урам айҡаныҡ.
Әммә беҙ шаҡыған биш ҡапҡаның
Береһенән үтә алманыҡ!
Заман башҡа - заң да башҡа икән.
Бай йәшәйбеҙ, етеш. Билдәле
Матди байлыҡ һаҡлап бикләнәбеҙ,
Рухи байлығыбыҙ - китеүле.
Һағынып һөйләр көнгә ҡалыр, ахры,
Никах төнөндәге “боланы”
Тимер ҡапҡаларҙан үтә алманы
Ата-бабаларҙың йолаһы.