Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй генә яра ла хәүефле

Йәйгеһен баҡсала, һыу буйҙарында, урман-ҡырҙарҙа аяҡ-ҡулдарҙы йәрәхәтләү хәүефе көслө. Аяҡ-ҡулдарҙағы бәләкәй генә йәрәхәт тә ҙур проблемаға килтереүе ихтимал. Йәрәхәтләнгән урын тәүҙә ҡыҙарып тора ла, һуңынан шешеп, ауырта башлауы мөмкин.   Был осраҡта мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк, столбняк булыуы ихтимал.     

Бәләкәй  генә яра ла хәүефле
Бәләкәй генә яра ла хәүефле

 Столбняк нимәнән барлыҡҡа килә, уның  кеше ғүмере өсөн хәүефе нимәлә?

Столбняк  /икенсе төрлө уны  һын ҡатыу ауырыуы/ тиҙәр – үҙенә бер төрлө бактерия тыуҙырған, һеркәһе кешегә  тупраҡҡа бысранған  яранан ингән үтә етди инфекцион ауырыу. Ул нервы системаһын зарарлай. Һау-сәләмәт, бер ниндәй ҙә йәрәхәте булмаған  тирегә эләкһә, ҡурҡынысы юҡ.  Ә инде асыҡ яраһы булған тәнгә, тирегә эләкһә,  ысынлап та, столбняк ауырыуы  үҫешеүе мөмкин.  Инфекция   бәләкәй генә яра аша ла организмға үтеп инергә һәләтле. Үлән ҡырҡҡан, сәнскеле үләндең энәһе ҡаҙалған ер, янған урын – барыһы ла  инфекция үтеп инеү өсөн асыҡ ҡапҡа булып тора ала.

Столбняк таяҡсаһы организмға эләккәндән һуң оҙаҡ ҡына “уяна”.  Ғәҙәттә,  был  инкубацион осор ике аҙна, бер ай дауам итеүе ихтимал.  Столбняк таяҡсаһы нейтротоксинының үлемесле   дозаһы 130 мкг-ға тиң. Ул бик көслө  биологик ағыу. Тиҙ арала организм буйлап таралып, арҡа һәм баш мейеһе күҙәнәктәрен зарарлай.  Кешенең бөтә тәне тартыша башлай, ул дуға булып бөгөлә, күгәрә,  тын алыуы ауырлаша.  Был осраҡта  сирле кешене  тиҙ арала дауаханаға оҙатырға кәрәк.

Иң мөһиме – ауырыуҙың тәүге билдәләрен күҙҙән ысҡындырмаҫҡа кәрәк.  Тәүҙә  яра урыны  әсетеп, сәнсеп ауыртып тора, янындағы тиреһе бер аҙ тартышып ала. Аяҡ-ҡулдар буйлап ауыртыу барлыҡҡа килә, баш ауырта, кеше юҡҡа ғына ҡыҙып бара, аппетиты юғала. Төп билдәләрҙән кешегә ауыҙын асыуы, йотоуы ауырлаша,  салҡан ятҡанда башы артҡараҡ китә һ.б.

Бәхеткә күрә,  бала саҡта планға ярашлы прививка эшләтелеү сәбәпле, был ауырыу бөгөн һирәк осрай. Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк.

Бының өсөн:

 Ҡулығыҙҙа бәләкәй генә яра булһа ла,  тупраҡ, тиреҫ менән эш иткәндә, мотлаҡ бирсәткә кейегеҙ.

Әгәр ҙә  тиреҫле тупраҡ менән эшләгәндә, ҡулығыҙҙы йәрәхәтләһәгеҙ, тиҙ генә йыуып, шул урындан бер-ике тамсы ҡанды һығып сығарығыҙ.

Ә инде йәрәхәт ныҡ бысранһа, столбнякка ҡаршы укол эшләтеү өсөн  травпунктҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Баҡса буйлап, һыу буйҙарында яланаяҡ йөрөмәгеҙ, балаларығыҙҙы ла тыйығыҙ.

Бәләкәй генә шик уянһа ла  дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: