Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июль 2024, 09:00

Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағаттан ҡаҡ

Уны әҙерләү өсөн 1 кг ҡарағат, 0,7 кг шәкәр, 0,75 стакан һыу алына.

Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағаттан ҡаҡҠара һәм ҡыҙыл ҡарағаттан ҡаҡ
Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағаттан ҡаҡ

 Бешкән емештәрҙе  һайлап алып, кәстрүлдә  бер аҙ һыу ҡушып йомшарғансы  ҡайнатырға.  Һуңынан уттан алып, һыуынғанын көтөргә һәм иләк аша үткәрергә. Иҙмәгә шәкәр өҫтәп, ҡуйы ҡаймаҡ хәленә еткәнсе бешерергә.  Әҙер массаны  нәҙек кенә ҡатлам итеп табаға йәйергә һәм мейескә ҡуйырға.   Мейестең ишеген асып-асып алырға кәрәк булыр.   Ҡарағат ҡағы ла бер-ике көндә әҙер  була.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас