Рәүиҙә ИҪӘНҒОЛОВА 1932 йылдың 27 сентябрендә Сәлих ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ҡара Яҡуп ауылында башлап, бында 31 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп директоры вазифаларын атҡара. Мәғариф ветераны, ике шиғри йыйынтыҡ авторы.
Төбәгем күркәмлеге
Алҡын Димдең уң ярында
Ҡалатау итәгендә,
Мең йыл йәшәй яҡуптар
Ете шишмә өҫтөндә.
Сылтырап аҡҡан шишмәләрҙә –
Ете тауҙың наҙҙары.
Хуш еҫ бөркөп сәскәләрҙән
Тамып тора балдары.
Ҡурай моңдарын һеңдергән
Илаһи күркәм ерҙәр.
Йәшел бәрхәттә көҙгөләй
Уйылып ята күлдәр.
Сәскәләр – шифа-сихәте,
Һыу ләззәте – ҡымыҙҙа.
Беҙҙең яҡтар бигерәк йәмле,
Рәхим итегеҙ һеҙ ҙә.
Изге бишек
Һөҙәк ҡыҙҙар тауы, Бикрәс буйы,
Тау башында һаҡсы урманым.
Һыуҙары шифа шишмәләр,
Бәпкә үлән баҫҡан урамым.
Шул хозур донъяла тыуғанмын,
Нур бөркөгән йортта торғанмын.
Бәпкә үлән баҫҡан урамымда
Йүгрек тәпәй эҙе һалғанмын.
Ошо ерҙең нәфис сәскәләрен
Кескәй ҡулдарыма алғанмын.
Шау сәскәле ерҙә тыуғанмын,
Шуға хисле-моңло булғанмын.
Ошо ергә кендек ҡаным тамған,
Йөрәккә ғүмерлек эҙ һалған.
Тыуған ауыл – изге бишегем,
Киң донъяға асҡан ишегем.
Һиңә мәңге тоғро балаңмын,
Күңелемә дауа табамын.