Ҡаҙағстанда ҡоролоҡ, ямғыр яумай. Халыҡ йыйылып аҡһаҡалға килә:
- Ҡоролоҡ, ямғыр юҡ, ни эшләйек?
- Ҡорбан салығыҙ!
Ҡаҙаҡтар ҡайтып ҡорбан сала ла, ямғыр көтә. Башҡортостанда ямғыр ҡойоп үтә, быларҙа юҡ. Ҡаҙаҡтар тағы аҡһаҡалға килә:
- Нимә эшләйек?
- Ҡорбан салығыҙ!
Тағы салалар. Көтәләр. Ямғыр Башҡортостанда яуа, быларҙа юҡ. Тағы аҡһаҡалға мөрәжәғәт итәләр:
- Нимә эшләйек?
- Ҡорбан салығыҙ!
- Ике тапҡыр салдыҡ бит инде, Башҡортостанда яуа, беҙҙә юҡ.
- Ә һеҙ башҡорттан урлағанды салмағыҙ, үҙегеҙҙекен салығыҙ!