Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июль 2024, 07:00

Иң яҡшы рәсем

"Тыныслыҡ ул тыныс һәм шау-шыуһыҙ, борсолоу булмаған, көсөргәнешле эш ҡайнамаған урынды аңлатмай. Тыныслыҡ – бөтәһе лә булған ерҙә үҙ йөрәгегеҙҙә тыныслыҡты һаҡлау..."

Иң яҡшы рәсемИң яҡшы рәсем
Иң яҡшы рәсем

Хикмәтле хикәйәт

Иң яҡшы рәсем

Бер батша иң яҡшы тыныслыҡ картинаһы төшөрөүсегә бүләк вәғәҙә итә. Рәссамдар эшкә тотона. Байтаҡ рәсем төшөрөлә.

Батша бөтә картинаны ентекләп ҡарай. Тик күбеһен ситкә алып ҡуя, тимәк оҡшатмай. Ниһайәт, хаким алдында ике генә рәсем тороп ҡала. Оҙаҡ уйлана батша. Бүләк өсөн бит иң лайыҡлыһын һайларға кәрәк.

Бер картинала тыныс күл һүрәтләнгән. Ул, көҙгө кеүек, тирә-яғында ҡалҡып торған тауҙарҙы, аҡ болоттар менән зәңгәр күкте сағылдыра. Был картинаға ҡараған һәр кем уны камил тыныслыҡ картинаһы тип уйлай.

Икенсе картина тауҙарҙы һүрәтләй. Улар төрлө бейеклектә, етмәһә яланғас булған. Өҫтөндә ярһыған болоттар – ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Тау буйлап, күбекләнгән шарлауыҡ аға. Быларҙың береһе лә тыныс күренмәй.

Батша шарлауыҡҡа ҡарап торғанда уның артында ҡая ярығынан үҫкән бәләкәй генә ҡыуаҡты күрә. Ә унда –  ҡош ояһы. Ярһыу һыу менән уратып алынған ерҙә әсә ҡош ҡошсоҡтарҙы көтә.

Батша тап ошо картинаны һайлай.

– Тыныслыҡ ул тыныс һәм шау-шыуһыҙ, борсолоу булмаған, көсөргәнешле эш ҡайнамаған урынды аңлатмай. Тыныслыҡ – бөтәһе лә булған ерҙә үҙ йөрәгегеҙҙә тыныслыҡты һаҡлау, – тип аңлатҡан хаким.

Айсын АҠБУЛАТОВА  әҙерләне.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас