Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июля 2024, 03:00

Хуш еҫле крем-смузи

Файҙалы. Тәмле. Еңел.

Хуш еҫле крем-смузиХуш еҫле крем-смузи
Хуш еҫле крем-смузи

Әҙерләү өсөн кәрәк: ярты банан, бер нисә шаҡмаҡ (нисек туңдыраһығыҙ) боҙ, ике ҡалаҡ кешью (ҡыҙҙырылмаған, йәки башҡа сәтләүек), ике әфлисун (йәки өс мандарин), бер семтем корица, бер семтем цитрус цедраһы, бер аҙ һөт (йәки ванилле туңдырма).

Банан менән цитрус емештен таҙартып, турарға ла, туңдырғысҡа ҡуйырға. Ғәҙәттә, төнгөлөккә ҡуялар.

Шунан уларҙы сәтләүек менән бергә блендерҙа иҙергә, әҙ генә һөт ҡушырға. Бокалдарға ҡойғас, корица, цедра, бөтнөк йәки башҡа емеш менән биҙәргә мөмкин.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас