Бөтә яңылыҡтар

Еләктән ҡаҡ әҙерләү

Еләк ҡағы  — иң тәмле ҡаҡтарҙың береһе. Борон әсәй-өләсәйҙәребеҙ юҡҡа ғына еләктән ҡаҡ эшләмәгән шул. 

Еләктән ҡаҡ әҙерләү
Еләктән ҡаҡ әҙерләү

Ҡаҡ әҙерләү өсөн еләкте таҙартырға һәм һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуып алырға кәрәк. Шунан блендер менән иҙеп, тәменә ҡарап, шәкәр өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң  1 –2 минут ҡына бешереп  алырға. Артабан шулай уҡ табаға  тигеҙ итеп йәйеп һалып, ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә еткергәнсе киптерергә. Ипләп кенә пергамент ҡағыҙын ҡаҡ менән бергә әйләндерергә һәм айырып алырға. Ысҡынмаған хәлдә, ситтәрен әҙ генә еүешләп алырға мөмкин.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: