Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Гүзәл Рахманғолова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Гүзәл Рахманғолова ижадынан бер шәлкем
Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Гүзәл Рахманғолова ижадынан бер шәлкем

Гүзәл РАХМАНҒОЛОВА 1956 йылда Ниғәмәт ауылында тыуа. Сибай педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Муллаҡай мәктәбендә эшләй. Мәғариф алдынғыһы.

ҠАРТ ҠАЙЫН
Ҡартайҙы ҡайын. Күпте күрҙе:
Ел-ямғырын, ыжғыр буранын.
Инде һындым, туңдым тигән мәлдә
Урман бирҙе уға юрғанын.
Бер саҡ ерҙе ялҡын ялманы,
Тирә-йүндә бер ни ҡалманы.
Әллә белеп, әллә белмәй юлсы
Бер төпсөгөн генә алманы.
Эй, ҡайындар, зифа ҡайындар
Ут эсендә дөрләп яндылар.
Тик ҡарт ҡайын балалары менән
Бәхетенән имен ҡалдылар.

 

КӘЗӘ БӘРӘСЛӘНЕ
Беҙҙең кәзә бәрәсләне,
Бәрәстәре игеҙәк:
Береһе ҡара, береһе аҡ,
Ағы матур бигерәк.
Кәзәкәйҙең бәрәстәрен
Нисек тотоп алаһы?
Өшөйҙәр бит - ҡайҙа юрған?
Төрөп кенә һалаһы.
- Миңә ағы!
- Ағы миңә!
- Юҡ, ҡараһы кәрәкмәй!
- Талашмағыҙ, икенсе йыл
Кәзә тағы бәрәсләй!
Нураниә, ал ҡараһын,
Йә бәрәсһеҙ ҡалырһың,
Аҡбур менән бәрәсеңде
Аҡҡа буяп алырһың.

ҒӘЗИНУР ТУРАҺЫНДА
Тып та тып итеп килә,
Кем унда көлөп килә?
Ауыҙында теше юҡ,
Башҡаларҙа эше юҡ.
Исеме кем? - Ғәзинур!
Ул көлгәндә - өйҙә нур,
Ә илаһа - ҡолағыңды
Баҫып ҡына түҙеп тор!
Ана тағы ҡоланы,
Ана тағы иланы.
Килтерегеҙ тәтәйҙе -
Йыуатығыҙ бәпәйҙе!..

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: