Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июля 2024, 04:25

Өфөнөң туристик коды булдырылған

Былтыр башҡортостандың баш ҡалаһы туристик код проектлау буйынса конкурста еңгән һәм 208,8 миллион һум күләмендә федераль субсидия алған.

Өфөнөң туристик коды булдырылғанӨфөнөң туристик коды булдырылған
Өфөнөң туристик коды булдырылған
Был суммаға республика ҡаҙнаһынан 4,3 миллион һум, шулай уҡ бюджеттыҡы булмаған 498,6 миллион һум аҡса ла ҡушылған.
"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты буйынса Туркод - ҡала байрамдары, ял итеү урындары өсөн яңы локациялар - барлыҡҡа килгән.  
Шулай уҡ түбәндәге эштәр башҡарылған:
- навигация билдәләре ҡуйылған 
- йәрминкә, ваҡиғалар зоналары булдырылған
- күҙәтеү майҙандары барлыҡҡа килгән (бинокль, стереоскоптар);
- иллюминациялар, турист-мәғлүмәт үҙәктәре, арт-объекттар, фотозоналар төҙөлгән.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас