Ҡатынға ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып танышҡан билдәһеҙ кеше шылтыратып, Мәскәүҙән Фондтың финанс эшмәкәрлеген тикшереү өсөн тотош комиссия килеүе тураһында хәбәр итә. Тикшереүселәр өсөн өҫтәл әҙерләргә, эсемлектәр, бүләктәр һатып алырға, бүлмә әҙерләргә кәрәк, ти.
Шылтыратыусы, осрашыуҙы үҙем ойошторорға ярҙам итәм, тип үтә тулҡынланған ҡатынды тынысландыра һәм бының өсөн бер нисә тиҫтә мең һум аҡсаны үҙенең иҫәбенә күсерергә күндерә. Шулай директор алданып ҡала...
Таныш булмаған кешеләргә, кем генә булһалар ҙа, аҡса күсермәгеҙ!