Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июль 2024, 18:00

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Әлфиә Бикташева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Әлфиә Бикташева ижадынан бер шәлкемБаймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Әлфиә Бикташева ижадынан бер шәлкем
Баймаҡ районының талантлы уҡытыусыһы Әлфиә Бикташева ижадынан бер шәлкем

Әлфиә БИКТАШЕВА 1956 йылда Ярат ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. 15 йыл Ниғәмәт мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Аҙаҡ байтаҡ ваҡыт Мәскәү ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған районына күсеп ҡайта. Бер китап авторы.

КИСКЕ ШӘФӘҠ
Алһыу яулығын һалды ла
Шәфәҡ итеп тау башына,
Һылыу ҡыҙ – ҡояш һикерҙе
Тауҙың иң текә ташынан.
Сихри алһыу нурға тулды
Күгелйем башҡайы тауҙың.
Хозурлыҡҡа сыҙай алмай
Хәтфә үләндәргә ауҙым.
Аһ, матурлыҡ! Һин бит, миҙгел,
Хәҙер генә үтеп киттең.
Уҙған ғүмерҙе иҫләтеп,
Йөрәгемде өтөп үттең.

 

ДИҢГЕҘГӘ
Дауылдан һуң күбектәргә батып
Диңгеҙ ҡайнай ярһыу сағында.
Аҡ күбектәр, ярҙы һыйпалатып,
Кире ағып төшә тағын да.
Тулҡындарҙа тулҡын бәүелә,
Сәңгелдәктә ятҡан балалай.
Йәшкелт төҫтә балҡып китә диңгеҙ,
Зөбәржәтле йөҙөк ташылай.
Асыулы бит бөгөн диңгеҙкәй,
Даулап, ташып, алға урғылып,
Ажғырып та ярға килтереп бәрә
Бер-бер артлы көслө тулҡынын.
Ҡая булып күтәрелеп бағып,
Кире шыуа көмөш тулҡындар.
Төшәләр ҙә кире юғалалар,
Диңгеҙ уны үҙенә упҡандай.
Сәмле сағың нығыраҡ оҡшай миңә,
Көслө рух бар һиндә, диңгеҙем.
Һинән көс алырға киләмен мин
Йөрөгәндә һәр саҡ ил гиҙеп.

ӘСӘЙ, МИНЕ ОҘАТ...
Таңда ысыҡланған үлән кеүек
Керпектәрең, әсәй, сыланған.
Сейә һуты ғына тамған микән,
Ямғырҙанмы шулай һыуланған?
Өтөп кенә йөрәгемә үтә
Һағыш тулы моңһоу ҡарашың.
Керпегеңә ҡунған йәш бөртөгө –
Ҡуҙлы күмер, күҙем ҡамашыр.
Юлға сығам. Йөрәгемә һалам
Моңһоулығын һинең күҙҙәрҙең.
Тик әлегә тапмайынса торам
Йыуатырға матур һүҙҙәрҙе.
Мин ҡуҙғалам. Әсәй, дуҫтар ҡала,
Ҡосаҡлайһы ине үҙҙәрен.
Оҙат, әсәй, Хызыр Ильяс миңә
Ҡуҙлы күмер – йәшле күҙҙәрең.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас