Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июля 2024, 06:05

ВСУ уты аҫтында иптәштәрен ҡотҡарған

Илеш районының Иштәрәк ауылында тыуып үҫкән йәшәүсе гвардия рядовойы Илнар Дирһәмов 2022 йылдың февраленән алып МХО-ла хәрби бурысын үтәй. Ул Т-90М "Прорыв" танкыһының механик-водителе булып хеҙмәт итә.

ВСУ уты аҫтында иптәштәрен ҡотҡарғанВСУ уты аҫтында иптәштәрен ҡотҡарған
ВСУ уты аҫтында иптәштәрен ҡотҡарған

30 майҙа ул Донецк Халыҡ Республикаһының Уманское ҡасабаһы районында булғанда, дошман танкка дрон менән һөжүм итә. Хәрби машина яна башлаһа ла, Илнар Дирһәмов дошман һөжүме аҫтында янғынды һүндерә. Уның был батырлығы экипаждың ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Илнар Дирһәмов дәүләт наградаһына — Суворов миҙалына тәҡдим ителде.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас