Зәбирә ӘХМӘТЙӘНОВА 1939 йылдың 2 мартында Арыҫлан ауылында тыуған. Өфө педагогия училищеһын тамамлап, 40 йыл тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Хеҙмәт ветераны.
Арыҫланыма
Бында тыуҙым, бында үҫтем,
Бында ғүмер кисерҙем.
Тыуған ауыл ҡосағында
Балалар ҙа үҫтерҙем.
Ҡунаҡсылдар, тәүәккәлдәр,
Тырыш һәм уңған халҡы.
Килгән-киткән ҡунаҡтарға
Алсаҡ һәм йөҙө яҡты.
Ең һыҙғанып эшләй улар
Киң баҫыу-ҡырҙарында.
Тыуған ергә һөйөү генә
Йырлаған йырыбыҙҙа.
Балама теләк
Әле генә сабый бала инең,
Бәүелткәйнем кескәй бишектә,
Һиңә булған оло һөйөүемде
Аңлаталмам, ахыры, нисек тә.
Бала – бала инде ул әсәгә,
Нисә генә йәштә булһа ла.
Йәшә һәр көнөңдө ҡәҙерләп,
Ғүмер бит ул бик тиҙ уҙа ла...
Бәхетле бул, ғүмерле бул, балам,
Тормош юлың үтһен муллыҡта.
Һине көтөп торған тыуған йортоң,
Әсәң барлыҡтарын онотма!