"Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Дәүләтҡол ауылында бөгөн Шишмә байрамы үтте. Тау-урмандар ҡосағында урынлашҡан ауыл эргәһендә тәбиғәт ҡомартҡыһына әйләнгән Сәйфетдин һәм Шәкирйән шишмәләре сылтырап аға. Ошо ике шишмәне, тирә-яғын төҙөкләндереүгә ауыл халҡы күп көс һалған.
Ауылда егәрле, уңған, илһөйәр халыҡ йәшәй. Байрамға алыҫ араларҙы яҡынайтып, туғандарын күрергә, тип республиканың төрлө райондарынан һәм Мәскәү, Өфө ҡалаларынан бик күптәр ҡайтҡан.
Сараны ойоштороу инициативаһын тәҡдим иткән, уны күтәреп алған һәм ошо осрашыуға килгәндәрҙең һәммәһенә оло рәхмәтемде еткерәм. Был байрам Дәүләтҡол ауылы тарихының сағыу бите булһын һәм ҡаҙаныштарға ынтылыу өсөн яңы көстәр бирһен!" - тип яҙған раойн етәксеһе.
Ә һеҙҙә шишмәләр сылтырап ағамы?
Фото: Марат Искужин (vk.com)