Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июля 2024, 07:55

"Һеҙҙе үҙ командама саҡырам"

Учалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы майор Заһир Вәлиевтең ғаиләһендә булды.

"Һеҙҙе үҙ командама саҡырам""Һеҙҙе үҙ командама саҡырам"
"Һеҙҙе үҙ командама саҡырам"

Алыштарҙың береһендә разведка батальоны командиры урынбаҫары Украина ҡораллы көстәренең терәк пунктын штурмлау менән етәкселек итә. Операция барышында ул мина шартлауы һөҙөмтәһендә яралана, әммә эвакуацияланыуҙан баш тарта һәм хеҙмәттәштәренә командалар биреүҙе, шулай уҡ дрон операторҙарының эшен корректировкалауҙы дауам итә.

Һөҙөмтәлә Рәсәй штурмовиктары дошманды ҡыҫырыҡлап сығарыуға ирешә. Украина хәрби көстәре пехотаның хәрби машинаһын, миномет расчетын һәм ундан ашыу боевигын юғалта. Тере ҡалғандар, техникаһын һәм яралыларын ташлап, яу яланынан ҡаса.

Заһир Вәлиев, Мәскәүҙә Бурденко исемендәге хәрби госпиталдә дауаланғандан һуң, ғаиләһе менән әсәһе эргәһенә, тыуған яғына, ялға ҡайтҡан. Яҡташыбыҙ – Шайморатов генерал ордены кавалеры, шулай уҡ 17 миҙалға лайыҡ.

Майорҙың ҡатыны Наталья ла – Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Йәштәр бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләй.

Башҡортостан Башлығы ғаиләнең артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынды һәм үҙ командаһына саҡырҙы.

– Барлыҡ ауырлыҡтарға, Заһирҙың ауыр яраланыуына ҡарамаҫтан, бынан да бәхетлерәк ғаиләне күргәнем юҡ ине. Улар өсөн бик шатмын. Заһир менән Натальяға командамдың бер өлөшө булырға һәм Башҡортостаныбыҙҙы артабан бергә үҫтерергә тәҡдим иттем. Улар әлегә уйлай, сөнки Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәттәрен дауам итергә теләйҙәр, – тип яҙҙы Радий Хәбиров осрашыуҙан һуң социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә. – Аллаһы тәғәлә был ғаиләгә фатиха, көс, ихтирам бирһен. Яндарында булған ата-әсәләренә рәхмәт. Беҙҙә шундай кешеләр булыуы менән ғорурланам.

Фото һәм сығанаҡ: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас