Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында матур сара үтте: тау битләүендә ауыл исеме менән стелла асылды, эргәһенә ял итеү өсөн беседка төҙөп ҡуйҙылар. Был эште ауыл халҡы һәм уларҙың ҡырҙа йәшәүсе нәҫел-нәсәбе үҙ көсө менән атҡарҙы. Ошо уңайҙан ауыл таланттары матур концерт программаһы әҙерләгәйне. Унда Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир, миномет батареяһы командиры, өлкән лейтенант Альберт Әсхәт улы Бикбулатов та сығыш яһап, ауылдаштарына йырҙарын бүләк итте.