Бөгөн иртән Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Ишембай ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында ярға үҙ аллы йөҙөп барып етә алмаған егеткә ярҙам кәрәклеге тураһында хәбәр килә. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ашығыс ярҙам һәм полиция килә, шулай уҡ Салауат ҡалаһының авария-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары ярҙамы талап ителә. Асыҡланыуынса, 22 йәшлек ике егет йылғаның икенсе ярына йөҙөргә ҡарар итә, уларҙың береһе йөҙөп сыға, ә икенсеһен ағым алып китә. Шул саҡта уның дуҫы ярға кире үҙ аллы йөҙөп сыға һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәренә шылтырата.
Ағиҙел йылғаһының кимәле күтәрелеү менән бәйле, был урында һыу инеү тыйылған.
Ҡотҡарыусылар егетте ярға алып сыға, унда уны табиптар ҡарай, хәле ҡәнәғәтләнерлек була, дауаханаға һалыу талап ителмәй. Егет иҫерек булған.
Һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
- йыһазландырылған урындарҙа ғына йөҙөнөгөҙ!
- эскән килеш һыуға инмәгеҙ!
Ҡотҡарыусыларҙы саҡырыу телефоны: 112
Фото: МЧС РБ.