Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2024, 07:00

Ике һыу

...Бер саҡ Ҡояш йоғонтоһонда ҙур күлдең һыуы ныҡ һайыҡҡан. Хатта еҫләнеп киткән, ылымыҡтары һыуҙың төҫөн дә үҙгәрткән. Бәләкәй күл иһә, ни ғәжәп, һаман таҙалығы менән халыҡты йәлеп иткән. Бөтә тереклек уға килә башлаған.

Ике һыуИке һыу
Ике һыу

Хикмәтле хикәйәт

Ике һыу

Ер аҫты шишмәләренән ике һыу ятҡылығы барлыҡҡа килгән. Бик таҙа, матур күл хасил булған.

Ваҡыт үтеүгә улар ҙурайған. Артабан нимә эшләргә? Шундай һорауға яуап эҙләгән был ике күл. Һәм ҡайҙандыр күктән тауыш та иштекәндәй булғандар:

– Ике юл бар – тәрән, үтә күренмәле, тик бәләкәйерәк булырға йәки бөтә ергә таралырға.

– Мин киң һәм ҙур булырға теләйем, – тигән бер күл. – Ҡоштар ҙа күктән мине күрһен әйҙә.

– Мин әлегеләй таҙа ҡалам. Кешеләр һыуһынын ҡандырһын, – тигән икенсеһе.

– Һәй, һин бит бәләкәй генә буласаҡһын. Кеше әллә күрә, әллә юҡ һине, – тип көлгән тағы ла киңәйергә теләгән күл. – Барыһы ла миңә киләсәк!

Шулай күпмелер ваҡыт уҙған. Тәүге күл шаҡтай ҙурайған, һыуы арыу ғына биләмәгә таралған, ирәйеп ятҡан. Икенсеһе бәләкәй генә ҡалып, үлән араһынан саҡ күренгән.

Бер саҡ Ҡояш йоғонтоһонда ҙур күлдең һыуы ныҡ һайыҡҡан. Хатта еҫләнеп киткән, ылымыҡтары һыуҙың төҫөн дә үҙгәрткән. Бәләкәй күл иһә, ни ғәжәп, һаман таҙалығы менән халыҡты йәлеп иткән. Бөтә тереклек уға килә башлаған.

Баҡһаң, Ҡояш тәьҫирендә ҙур ҙа, бәләкәй ҙә үҙ юлынан китә: төптән боҙоҡ тиҙерәк боҙола, эстән таҙа тағы ла таҙара. Ҡояшыбыҙ берҙән-бер булғанға күрә, был кешегә лә ҡағыла. Күңеле һәм йөрәге таҙаның тышҡы күренеше лә шулай ҡала. Ҡалһын ине...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас