Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июля 2024, 08:30

Һеҙҙе лә алдаманылармы улар?!

Өфөлә автосалон клиенттарынан 2 миллион һумдан ашыу аҡса урлауҙа ғәйепләнгән енәйәт төркөмө ағзаһына хөкөм ҡарары сығарылды.

Һеҙҙе лә алдаманылармы улар?!Һеҙҙе лә алдаманылармы улар?!
Һеҙҙе лә алдаманылармы улар?!

Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды урындағы кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы. Ул ойошҡан төркөм менән мутлашыуҙа һәм енәйәтселек берләшмәһендә ҡатнашыуҙа ғәйепле тип табыла.

Судта билдәләүҙәренсә, 2017 йылда Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе үҙенең таныштары менән граждандарҙың аҡсаһын урлау маҡсатында Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә урынлашҡан автосалондар селтәрен булдырған. Һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн рекламала яңы машиналарға баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡ күрһәтелә. Әммә һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөгәндә автомобилдең хаҡы байтаҡҡа арта, килешеүҙәрҙә һатып алыуҙан баш тартҡан өсөн клиентҡа штраф санкциялары ҡулланыу шарттары була, ә тәүге взнос суммаһы кире ҡайтарылмай. Бынан тыш, һатып алыусыларҙы өҫтәмә ҡорамалдар һатып алыуға ышандыралар, ғәмәлдә уларға бирелмәгән займдарҙы рәсмиләштерәләр.

Һөҙөмтәлә зыян күреүселәр юғары процентлы кредит аҡсаһын файҙаланып, күпкә ҡиммәтерәккә транспорт сараларын һатып алырға мәжбүр була.

Шулай итеп, 2017 йылдан 2019 йылға тиклемге осорҙа енәйәт эше фигуранты, һатыу буйынса менеджер булараҡ, Башҡортостан Республикаһының 13 кешеһе менән килешеү төҙөп, уларға дөйөм суммаһы 2 миллион һумдан ашыу зыян килтергән. Хөкөм ителеүсе енәйәттәрҙә ғәйепле булыуын таный. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 2 йылға иркен сикләү менән 4 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары закон көсөнә әле инмәгән. Енәйәт берләшмәһенең башҡа ҡатнашыусыларына ҡарата енәйәт эше материалдары айырым производствоға бүленгән. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас