Гөлсөм ЗӘКИРОВА 1958 йылда Йомаш ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын тамамлап, 37 йыл Ишмөхәмәт мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны. 2020 йылда “Иң яҡшы педагогик династия” республика конкурсында 2-се урын яулай.
* * *
Кеше күрке – йөҙ икән,
Йөҙҙөң күрке – күҙ икән,
Уйҙың күрке – тел икән,
Телдең күрке – һүҙ икән.
Аҡыл – ҡаҙна, күңел – йоҙаҡ,
Ә телең инде асҡыс.
Ҡай сағыңда ошо телең
Була бит аҡса тапҡыс.
Күңелдә бар телгә килә,
Үҙ телем – үҙ ҡылысым.
Телем минең уйым, хисем,
Телем – күңел торошом.
Теле юҡтың иле юҡ бит,
Быны һәр кем дә белә.
Теле менән һөйләй, көйләй,
Яйлай, ярата, көлә.
Теле менән йәшәй халыҡ,
Ул тере теле менән.
Айырыла ғөрөф-ғәҙәт
Һәм дә туған тел менән.
* * *
Самауырың һәр саҡ тулы булһын,
Утлы күмер булһын торбала.
Теүәсәйен ҡыҫып ҡына яп та
Ултырт, балам, бына тупһала.
Кеше-маҙар килеп керә икән,
Бер борҡотоп ҡына ебәр ҙә,
Ашьяулығың йәйеп табыныңа
Салт йөҙ менән түреңә әйҙә!
Ашап-эсеп сыҡҡан бер әҙәм дә
Яман һүҙ йөрөтмәҫ артыңдан.
Башҡорт ҡунаҡсыллыҡ менән маһир,
Мул ҡуллылыҡ менән табында.
Сәй янында хәл-әхүәл белеш,
Доньяларын һораш, һаулығын.
Ғәйбәт өсөн урын ҡалмаҫ шунда
Аралашыуҙан да уңырһың.
Ашап-эскәс һауыт-һабаңды йыу,
Фәрештәңдең ҡанат талмаһын.
Күстәнәсен тоттор ҡулдарына,
Ҡыуандырһын ҡайтҡас балаһын.
Милләтеңә генә хас ғәҙәттәр
Мин юҡта ла, балам, һаҡланһын.
Кеше менән генә кеше – кеше,
Ошо ҡанун мәңге аҡланһын.
Бары менән риза булған саҡта
Ҡомоҡмайҙыр беҙҙең киң күңел.
Ҡатмарламай ябай көн итеүҙе
Йәшәй белһәң, тормош ул еңел.
Шулай итеп үҫтерҙеләр беҙҙе
Ябай мөғәмәлә, саф хистәр...
Ошо ябайлылыҡ юҡҡа сыҡһа,
Артабанғы быуын ни эшләр???
* * *
Яҙ ҙа етте, алда йылы бөркөп
Тәбиғәттең һутлы мәле етә.
Күрер күҙгә ҡапыл күренмәйсә
Күпме мөғжизәләр беҙҙе көтә.
Өр-яңынан һулыш алыр ерем,
Ыуыҙ үлән ҡалҡыр күпереп.
Барса халыҡ өмәләргә сығыр,
Ҡыйғыпырҙы түгер һепереп.
Алда әле ҡайын, еректәрҙең
Һалбыр һырғаларын кейәһе.
Аҡ ҡар кеүек аҡҡа күмеләһе
Баҡсаларҙа алма, сейәһе.
Йылға, күлдәр тулыр мөлдөрәмә,
Ер яңырыр, күңел кинәнер.
Тау баштары, туғай, ҡырҙары ла
Төрлө төҫтә балҡып биҙәлер.
Яҙ һулышы - үҙе шифа, дауа.
Яҙ бит ялҡын, яҙ ул - яңырыу.
Ергә төшкән һәр бер орлоҡ - өмөт,
Яҙғы шытым - ырым һәм дарыу.
Яҙ башланғыс - дәрткә, маҡсаттарға,
Яҙ һынауҙар мәле тағы ла.
“Яңыға ла аяҡ баҫтыҡ, шөкөр”, -
Тиер эстән йәше, ҡарты ла.
Хәйерле йыл килһен ҡаршыбыҙға,
Тыныс йәшәү насип әйләһен.
Был тормошҡа беҙҙе – кешелекте -
Тик мөхәббәт кенә бәйләһен!