Шарлоткаға оҡшаш. Әммә тағы ла тәмлерәк.
Һигеҙ порцияға өс татлы алма, 220 г он, дүрт ҡалаҡ үҫемлек майы, 200 мл һыу, 120 г йә тәменсә шәкәр, ваниль шәкәре (тәменсә), 1,5 балғалаҡ ҡабартҡыс, бер семтем тоҙ кәрәк.
Алмаларҙы йыуып, ҡоротоп, турарға. Онға ҡабартҡыс ҡушырға. Алдан духовканы 180 градусҡа тиклем эҫетергә.
Тәрән һауытта үҫемлек майы менән һыуҙы ҡушып, болғатырға, шәкәр һәм тоҙ өҫтәргә лә бер массаға әйләнгәнсе болғарға. Ондо иләй-иләй шул массаға һалырға. Тағы бутарға, төйөрө ҡалмаһын. Ҡамыр шыйыҡ килеп сыға. Уға алмаларҙы ҡушырға, яҡшылап бутарға. Бешереү өсөн форманы (20 см диаметрлы ҡулай) майлап, шунда ҡамырҙы һалырға һәм өҫтөн тигеҙләп ҡуйырға. Ваниль шәкәрен һибергә.
Бәлеш 45-50 минутта бешә. Тикшереп ҡарарға онотмағыҙ.
Тәмле булһын!