Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2024, 05:15

Абруйлы премияға кемдәр дәғүә итер?

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистика премияһына документтар ҡабул итеү башланды.

Абруйлы премияға кемдәр дәғүә итер?Абруйлы премияға кемдәр дәғүә итер?
Абруйлы премияға кемдәр дәғүә итер?

Бүләкләү суммаһы тәүге мәртәбә биш тапҡырға арттырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медиайыйын – 2023» форумы йомғаҡтарынан һуң ошондай бурыс йөкмәткәйне. Еңеүселәргә 500-шәр мең һумлыҡ өс премия тапшырыла.

Ҡатнашыу өсөн журналистар һәм журналист коллективтары саҡырыла. 2023 йылдың сентябренән 2024 йылдың авгусына тиклем баҫылған материалдар баһалана.

Ғаризаны 1 сентябргә тиклем Башҡортостандың Журналистар союзына һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына бирергә мөмкин.

Премия тураһында ентеклерәк мәғлүмәт - ошонда.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас