Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2024, 11:06

Һуңғы тәүлектә мутлашыусылар Башҡортостан халҡынан 12 миллион һум самаһы аҡса урлаған

15 июлдә Өфөлә 39 йәшлек ҡатын банкоматтар аша билдәһеҙ иҫәпкә 6 миллион һум күсерә. Уға аҡсаһы хәүеф аҫтында булыуы тураһында хәбәр иткәндәр...

Һуңғы тәүлектә мутлашыусылар Башҡортостан халҡынан 12 миллион һум самаһы аҡса урлағанҺуңғы тәүлектә мутлашыусылар Башҡортостан халҡынан 12 миллион һум самаһы аҡса урлаған
Һуңғы тәүлектә мутлашыусылар Башҡортостан халҡынан 12 миллион һум самаһы аҡса урлаған

Шул уҡ көндө Өфөнән 51 йәшлек ҡатын банкоматтар аша муттарға 1 миллион һум күсерә. Аферистар үҙҙәрен мобиль компания, "Дәүләт хеҙмәттәре" һәм банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм уның номерын блокка ҡуйыуҙары мөмкинлеген хәбәр итә.

Был афералар буынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Диана Ғәлләмова яҙа.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы уяу һәм һаҡ булырға, шикле тәҡдимдәргә ышанмаҫҡа һәм ошондай хәлдәр булғанда полицияға мөрәжәғәт итергә саҡыра. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас