- Көн тәртибендәге ике мөһим мәсьәлә: һыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм Ҡана йылғаһының ташыуы эҙемтәләрен бөтөрөү, - тип белдерҙе Премьер-министр. - Төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса ике мәсьәлә лә контролдә, район етәкселеге һәм министрлыҡтар менән бергә хәл итәбеҙ. Бынан алда мин республикала йыһазландырылған пляждар һанын арттырыу буйынса күрһәтмәләр бирҙем. Быйыл йәй эҫе була, кешеләр һыу ятҡылыҡтарына ял итергә һәм һыуынырға бара. Һәм бында беҙҙең төп бурыс - бындай ял итеү, тәү сиратта, хәүефһеҙ булһын өсөн барыһын да эшләү. Статистика күрһәтеүенсә, һыуҙағы фажиғәләрҙең күбеһе һыу инеү өсөн ойошторолмаған урындарҙа була, һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәләр һирәк түгел. Быйыл беҙҙең 61 муниципалитетта 171 пляж теркәлгән, был былтырғы йәй менән сағыштырғанда 22-гә күберәк. Тыйыу һәм иҫкәртеү өсөн аншлагтар, инвентарь менән ҡотҡарыу ҡалҡандары ҡуйылған. Иҫкәртеү төркөмдәре 14 меңдән ашыу иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Әммә фажиғә факттары фажиғәле эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн яңы саралар күреү кәрәклеген раҫлай. Яуаплы ведомстволарға ике ай эсендә бөтә тораҡ пункттарҙы һыу инеү өсөн ойошторолған урындар менән йыһазландырыу буйынса программа әҙерләргә ҡуштым. Уларҙы урындағы халыҡ иҫәбе буйынса эшләр кәрәк. Был эшкә предприятиеларыбыҙҙы, бизнесыбыҙҙы йәлеп итәсәкбеҙ һәм уларға һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостандың һәр кешеһе һыу ятҡылығы янында хәүефһеҙ һәм уңайлы ял итеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.