Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2024, 07:30

Үҙенсәлекле һәм шифалы морс

Был эсемлек бауырҙы таҙартырға, йөрәкте дауаларға ярҙам итер. Улай ғына ла түгел, тире ауырыуҙары ла кәмер, битегеҙҙең төҫө яҡшырыр.  

Үҙенсәлекле һәм шифалы морсҮҙенсәлекле һәм шифалы морс
Үҙенсәлекле һәм шифалы морс

Эсемлек әҙерләү өсөн өс кг кишер менән бер кг төшлө ҡара йөҙөмдө иттартҡыс аша үткәреп, өс л ҡайнар һыу ҡойоп бутарға. 12 сәғәт тирәһе ултырғас, эсемлекте һөҙөп алығыҙ. Кишер менән йөҙөм ҡатнашмаһын ташларға ашыҡмағыҙ – ул тағы бер тапҡыр ҡулланырға яраҡлы. Тик икенсе тапҡыр һыуҙы аҙыраҡ (ике литр самаһы) ҡойоп, 20 сәғәт тирәһе төнәтергә кәрәк.

Килеп сыҡҡан эсемлекте көн дауамында һыуһаған һайын эсегеҙ. Уны файҙаһы булһын өсөн тәүлегенә кәм тигәндә өс стакан ҡулланырға кәрәк. Йөҙөм дә, кишер ҙә файҙалы микроэлементтарға, витаминдарға бай, шуға күрә морсты күп эсһәң дә ҡурҡыныс юҡ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас