Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июль 2024, 10:30

Элвин Грей менән Гүзәл Уразова дуҫлашҡанмы?

Хәтерләйһегеҙме, улар үҙ-ара бер йырҙы бүлә алмаған ине?!

Элвин Грей менән Гүзәл Уразова дуҫлашҡанмы?Элвин Грей менән Гүзәл Уразова дуҫлашҡанмы?
Элвин Грей менән Гүзәл Уразова дуҫлашҡанмы?

Элвин Грей сәхнәләге хеҙмәттәше менән бергә төшкән фотоно социаль селтәренә һалған.  Билдәле булыуынса, артистар бергә гастролдә булған. Элвин Грей әйтеүенсә, улар иртәнге аш ваҡытында бер өҫтәл артында ултырған.

Гүзәл Уразова иһә социаль селтәрендә бергә йырлаған видеояҙманы урынлаштырған. Ул Элвин менән «Красивая и хорошая» йырын башҡара. «Элвин Грей менән күптән был йырҙы йырлаған юҡ ине. хит бит, килешәһегеҙме?» – тип һорау биргән ул яҙылыусыларына.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт-татар эстрадаһы йондоҙҙары араһында бәхәс 2018 йылда булған ине. Ул ваҡытта йырсылар «Красивая и хорошая» йырын бүлеште.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас