Тәфтиш версияһы буйынса, 2024 йылдың 29 июнендә көндеҙ үҙ йорто ихатаһында ғәйепләнеүсе, һис бер сәбәпһеҙ, һеңлеһенең иренә бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә, шунан һуң һеңлеһен эҙәрлекләй башлай. Ҡатын урамға сығып өлгөрә. Ләкин ағаһы уны ҡыуып етә... Уға ла бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсә, шунан күрше йорт ихатаһына ҡаса, шунда уны полиция хеҙмәткәрҙәре тота. Ауыр тән йәрәхәттәренән ир менән ҡатын ваҡиға урынында вафат була. Һорау алыу барышында ғәйепләнеүсе уларҙы уның әйберҙәрен урлауҙа ғәйепләй. Әлеге ваҡытта уның менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелә, ул һаҡ аҫтына алынған. Уға ҡарата психологик-психиатрик суд экспертизаһы тәғәйенләнгән.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.