Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2024, 03:00

Ябығырға теләүселәргә өс рецепт

Иғтибар! Ит ашарға ярай! Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр иттән бөтөнләй баш тартырға кәрәк, тип уйлай.

Ябығырға теләүселәргә өс рецептЯбығырға теләүселәргә өс рецепт
Ябығырға теләүселәргә өс рецепт

Беренсе рецепт – винегрет.

Уның рецебын ялҡауҙар ҙа беләлер: картуфты, кишерҙе, сөгөлдөрҙө бешереп алырға ла, турарға, тоҙло ҡыяр һәм һуған турап һалырға, тоҙло кәбеҫтәне ҡушырға һәм йәнегеҙ теләгән үҫемлек майы менән бутарға. Порцияға ҡарап, аҙыҡ-түлек нисбәтен үҙегеҙ самалағыҙ.

Икенсе рецепт – итле салат.

Кәрәк: йомортҡа, йәшел борсаҡ (консерва), картуф, ит, ҡаймаҡ. Майонез түгел!

Өсөнсө рецепт – тефтели.

Тауыҡ итен ит турағыстан үткәреп, бешкән дөгө ҡушып бутарға.

Табала ваҡлап туралған кишер менән һуғанды ҡыҙҙырырға, тоҙ, тәмләткестәр ҡушып, яҡшылап бутарға ла, итле-дөгөлө массаға һалып, бутап шарсыҡтар әүәләргә. Уңайлы һауытҡа (һуған ҡыҙҙырған табаға ла мөмкин) һыу менән томат пастаһы һалып ҡайнатырға һәм шарсыҡтарҙы шунда бешерергә.

Белгестәр әйтеүенсә, ошо ризыҡтар ябығырға теләүселәргә ярҙам итә икән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас