28 йәшлек рецидивист тәүҙә эштән ҡайтып килгән 57 йәшлек ҡатынға Ҡулса урамында подъезд янында һөжүм иткән: йүгереп килгән дә, сумкаһын алып ҡасҡан. Сумкала документтар, аҡса, ике кеҫә телефоны һәм банк картаһы ятҡан. Дөйөм зыян яҡынса 20 мең һум тәшкил итә.
Киләһе ваҡиға Черниковская урамында була. Рецидивист шулай уҡ 45 йәшлек ир янына йүгереп килә һәм кеҫә телефонын тартып ала. Зыян 10 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
2-се һанлы полиция бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене ҡулға ала. Ул элек бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән Дәүләкән районынан 28 йәшлек ир була. Бер нисә көн элек ул төрмәнән сыға һәм ҡабат үҙ эшен башлай. Әлеге ваҡытта ике факт буйынса ла Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 161-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.