Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2024, 09:20

Һәр ғүмер ҡәҙерле

Күптәр иҫерек килеш машина йөрөтөүҙең эҙемтәләре тураһында уйламай, быны статистика ла раҫлай. Йоманан йәкшәмбегә тиклем генә, профилактик рейдтар ваҡытында, 224 иҫерек водитель тотолған.

Һәр ғүмер ҡәҙерлеҺәр ғүмер ҡәҙерле
Һәр ғүмер ҡәҙерле

Шуларҙың 25-е иҫерек килеш ҡабаттан руль артына ултырған.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау - тирә-яҡтағыларға йоғонто яһау һәм юлдарҙа законға буйһоноусы тәртип булдырыу ысулдарының береһе. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был эштә төрлө формалар һәм ысулдар, шул иҫәптән ижади ҡараш ҡуллана. Шундай хеҙмәткәрҙәрҙең береһе - Рифмир Хөснөтдинов, ул водителдәргә шиғыр аша мөрәжәғәт итә.

Һәр ғүмер ҡәҙерле, шуны уйлаһын ине һәр кем!

Фото: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас