Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июля 2024, 10:30

Фатирҙарын һатып, кредитҡа батып... муттарҙы байыталар

Башҡортостанда йәшәүселәр муттарға ышанып, үҙҙәренең аҡсаларын уңышһыҙ "һаҡлауын", "инвестициялауын" дауам итә.

Фатирҙарын һатып, кредитҡа батып... муттарҙы байыталарФатирҙарын һатып, кредитҡа батып... муттарҙы байыталар
Фатирҙарын һатып, кредитҡа батып... муттарҙы байыталар

Мәҫәлән, Өфөнән 1982 йылғы эшҡыуар ҡатынға май уртаһында мессенджер аша билдәһеҙ кешеләр шылтырата. Улар үҙҙәрен ФСБ һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Уның аҡсаһын һәм фатирҙарын һаҡлап ҡалыу һылтауы менән аферистар эшҡыуарҙы уның милкендәге ике торлаҡты һатырға, һуңынан 3,7 миллион һумдан ашыу кредит алырға, шулай уҡ таныштарынан алған 600 000 һум аҡсаны уларға күсерергә күндерә. Был аҡсаларҙы ҡатын банкоматтар аша аферистар иҫәбенә күсергәндә, "хәүефһеҙ иҫәпкә" һалам, тип уйлай.

Баш ҡаланан 45 йәшлек ҡатын июнь башынан 11 июлгә тиклем мутлашыусыларға 9 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән, шуларҙың 5 миллиондан ашыуы — шәхси тупланма, 4 миллиондан ашыуы - кредит. Килем булмаясағын аңлағандан һуң, ул полицияға мөрәжәғәт итә.

Ошондай уҡ хәл Ишембайҙа ла булған, унда 68 йәшлек ҡатын бер ай дауамында әүҙем «инвестициялаған» һәм 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы уяу булырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсермәҫкә, ят әҙәмдәргә шәхси мәғлүмәттәрҙе, банк реквизиттарын хәбәр итмәҫкә һәм таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәре буйынса ҡушымталар ҡуймаҫҡа саҡыра.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Фатирҙарын һатып, кредитҡа батып... муттарҙы байыталар
Фатирҙарын һатып, кредитҡа батып... муттарҙы байыталар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас