Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июля 2024, 07:56

Өфө уртаһында йәйәүлеләр өсөн яңы урам барлыҡҡа киләсәк

  Был хаҡта 15 июлдә ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. УЛ БР Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаевҡа Һәм Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа Башҡорт дәүләт медицина университеты етәкселеге менән һөйләшеү үткәрергә ҡушты.

Өфө уртаһында йәйәүлеләр өсөн яңы урам барлыҡҡа киләсәкӨфө уртаһында йәйәүлеләр өсөн яңы урам барлыҡҡа киләсәк
Өфө уртаһында йәйәүлеләр өсөн яңы урам барлыҡҡа киләсәк

"Беҙҙә Театр урамы буйынса программа бар. Унда БДМУ-ның уҡыу корпусы һәм ятаҡтары урынлашҡан. Беҙ уларҙы ниндәйҙер кимәлдә „өйләндерергә“ тейешбеҙ, унда йәйәүлеләр урамы төҙөргә кәрәк. Был быйылғы эш түгел. Әммә бөтә килешеүҙәрҙе үтәргә кәрәк. Проект, уның контурҙары бар», -тине Радий Хәбиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас