Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2024, 09:45

Өфөлә йәш IT-белгестәре өсөн һанлы ижади киңлек барлыҡҡа килде

Башҡортостан Хөкүмәтенең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров ӨФНТУ-ның яңы асылған Евразия һанлы технологиялар үҙәгенең юғары потенциалы хаҡында һөйләне.

Өфөлә йәш IT-белгестәре өсөн һанлы ижади киңлек барлыҡҡа килдеӨфөлә йәш IT-белгестәре өсөн һанлы ижади киңлек барлыҡҡа килде
Өфөлә йәш IT-белгестәре өсөн һанлы ижади киңлек барлыҡҡа килде

Юғары уҡыу йортоноң элекке ашханаһы бинаһы цифрлы технологиялар өлкәһендә йәштәрҙең ижади үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырылған уникаль майҙанға әйләнде, тип билдәләне ул. "Муха" анимация студияһы, АйВиСистемз, Зорге Лаб компаниялары кеүек креатив индустрия вәкилдәрен хеҙмәттәшлеккә йәлеп итергә мөмкин булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киләсәктә Евразия һанлы технологиялар үҙәге виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ, компьютер уйындары һәм проекттары индустрияһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Үҙәк эшенең төп йүнәлештәренең береһе – гуманитар һәм техник йүнәлештәр белгестәрен әҙерләү, стажировкалау һәм эшкә урынлаштырыу. Студенттар индустриаль партнерҙарҙың реаль проекттары өҫтөндә эшләйәсәк һәм сығарылыш квалификация эшен үҙ стартапы булараҡ әҙерләй аласаҡ. Ә кемдер эш биреүсе партнер штатында белгес булараҡ үҙ юлын дауам итәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас