Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июль 2024, 09:38

Был аҙнала "һаулыҡ поездары" ете районда буласаҡ

15-22 июлдә «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы буйынса табип бригадалары Кушнаренко, Саҡмағош, Борай, Мәләүез, Балаҡатай, Бәләбәй, Баймаҡ райондарында буласаҡ. Был хаҡта хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Был аҙнала "һаулыҡ поездары" ете районда буласаҡБыл аҙнала "һаулыҡ поездары" ете районда буласаҡ
Был аҙнала "һаулыҡ поездары" ете районда буласаҡ

 

Акция мәлендә 15 апрелдән 12 июлгә тиклем белгестәр Башҡортостандың 181 тораҡ пунктында булды, 102 683 тикшереү үткәрҙе. Һөҙөмтәләр буйынса социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға 2355 шик асыҡланған, пациенттарға өҫтәмә тикшереү тәғәйенләнгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас