14 июлдә төнөн 4 кеше туҡтаған урындарынан икенсе яҡ ярға кәмәлә йөҙөп сығырға була. Әммә көслө ағым уларҙың кәмәһен түңкәрә. Һыуға ҡолап төшкән туристар ағым ыңғайына ағып килеп,ярҙағы ағас ботаҡтарына тотоноп ҡалып,кешеләрҙе ярҙамға саҡыра. Алыҫтан кемдәрҙеңдер ҡысҡырышҡан тауыштарын ишеткән Айгиз йүгереп ағаһы Ниязға килә.
Егеттәр үҙҙәренең моторлы кәмәләрен алып , батыусылар янына ашығалар. Бәләгә тарыусылар һыуыҡ һыуҙа ботаҡтарға тотоноп саҡ йәбешеп торған була. Тиҙ генә уларҙы кәмәләренә ултыртып,өйҙҙәренә алып ҡайталар,йылы кейемдәр бирәләр эҫе,сәй эсереләр,һуңынан уларҙы арендалаған өйҙәренә оҙатып ҡуялар. Айгиз менән Нияз Ибраһимовтар кеүек ҡыйыу һәм тәүәккәл егеттәр булмаһа, был хәл ял итерергә килеүселәргә күңелһеҙ тамамланыр ине