– Иҙәнгә 4 – 7 см ҡалынлыҡтағы таҡта һалып, табандың яртыһы менән баҫығыҙ. Үксә яғы бушлыҡта торорға тейеш. Артабан күнегеүҙе башлағыҙ: әкрен генә аяҡ остарына күтәрелергә лә, биш секунд торғас, иҙәнгә тиклем әкрен генә үксәләрҙе төшөрөргә. Тағы ла биш секунд тирәһе торғас, ҡабат эшләргә. Был күнегеүҙе аҙ-аҙлап, әммә даими эшләргә кәрәк. Ул яҫы табанды дауалау өсөн дә кәрәк.
– Аяҡтарға теҙ тапҡыранан махсус фитнес биллек ҡуйырға. Тура итеп баҫырға ла, ҡулдарҙы билгә таянырға. Һәм бер аяҡта баҫып, икенсеһен мөмкин тиклем алға табан юғарыраҡ күтәрергә кәрәк. Ике аяҡты ла төҙ тотоғоҙ, тубыҡтар бөгөлмәһен.
– Бер ҡул менән стенаға йәки өҫтәлгә тотоноп, туп-тура баҫығыҙ. Арҡаны тура тотоғоҙ. Аяҡтарҙы алмаш-тирмәш өҫкә күтәрегеҙ. Тәүҙә – янға, артабан – алға, аҙаҡ артҡа табан. Был күнегеү теҙ тирәһендәге мускулдарҙы нығытырға ла ярҙам итер.