Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июль 2024, 16:30

Рәсәйҙә “Мәҙәни марафон” старт алды

Унда мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар һәм теләгән һәр кем ҡатнаша ала.  

Рәсәйҙә “Мәҙәни марафон” старт алдыРәсәйҙә “Мәҙәни марафон” старт алды
Рәсәйҙә “Мәҙәни марафон” старт алды

“Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт” проекты сиктәрендә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм “Яндекс” порталы сираттағы “Мәҙәни марафон”ға старт бирҙе. Быйыл ул рус классик мәҙәниәте темаһына арнала.

Проект декабрь айына тиклем дауам итә. Махсус сайтта (https://education.yandex.ru/culture) интерактив эштәр һәм видеолекциялар ҡуйыласаҡ һәм конкурстар ойоштороласаҡ. Марафон мәктәп уҡыусылары өсөн “Яндекс Образование” әҙерләгән тематик тест менән тамамлана.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас