Ҡуян урманда бүрене осрата ла:
– Хәйерле кис, бүре ағай! – тип ҡысҡырып ебәрә.
– Ниндәй кис булһын? Яңы ҡояш сыҡты бит әле.
– Һеҙҙе күреү менән күҙ алдарым ҡараңғыланып китте...
* * *
Тәрбиәһеҙ кешеләр сүп-сарҙы ҡайҙа етә шунда ташлай ҙа, быға бер ҙә иҫтәре китмәй. Ә тәрбиәлеләр уны сүп һауытына һалмаҡсы булалар, ләкин яңлыш ырғыталар ҙа бының өсөн оҙаҡ ваҡыт ҡайғырып йөрөйҙөр.
* * *
– Ҡәҙерлем, бында беҙ китап кәштәһе ҡуйырбыҙ, ә был тирәгә шаршау ҡороп, йоҡо бүлмәһе бүлербеҙ...
– Башымды ҡатырма әле! Беҙгә 15 тәүлек кенә бирҙеләр, артығын тотмайҙар!