Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июль 2024, 08:25

Өфө хосписы тураһында фильм сыҡты

Бер йыл элек Башҡортостандың баш ҡалаһында хоспис асылды, уның белгестәре бик күп пациенттарға ярҙам итте. Учреждение балаларға һәм өлкәндәргә паллиатив ярҙам күрһәтеүҙең мөһим функцияһын башҡара.  

Өфө хосписы тураһында фильм сыҡтыӨфө хосписы тураһында фильм сыҡты
Өфө хосписы тураһында фильм сыҡты

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында "Өфө хосписы. Беҙгә бер йыл" исемле фильмдың премьераһы үтте. 

Хосписта меңдән ашыу кеше ярҙам алған да инде. Тағы ла күберәк ярҙам учреждениеның күсмә хеҙмәте тарафынан күрһәтелгән – хеҙмәткәрҙәр блигадаһы саҡырыу буйынса 3600-ҙән ашыу өйгә барған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың июлендә Өфө хосписына килеп, уның коллективын бер йыллыҡ байрамдары менән ҡотланы.

– Бер йыл элек хоспис астыҡ, барыһының дә күңелендә изгелек тойғоһо ине. Был республикалағы тәүге ҙур хоспис. Бында ысынында мәрхәмәт, хәйриә үҙәге, кешенең иң яҡшы ниәттәре үҙәге һәм, иң мөһиме, өмөт үҙәге, — тине Радий Хәбиров.

Өфө хосписы нисек барлыҡҡа килгән? Унда ниндәй ярҙам күрһәтелә? Ошо һәм башҡа бик күп нәмәләр  хаҡында БСТ телеканалының фильмында ҡарағыҙ!

Фильмды түбәндәге һылтанма аша ҡарарға мөмкин: https://bash.news/bst/translyacii-bst/127666-film-ufimskii-xospis-nam-odin-god

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас