Быйыл "Ҡош юлы" фестивале 13-сө тапҡыр ойошторола һәм билдәле музыкант, композитор, легендар "Рух" рок төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ирек Атановтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Сараны Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары хакимиәте ойоштора.
Программала йыр-моңдар ғына түгел, спорт ярыштары ла, шиғриәт бәйгеһе лә, түңәрәк өҫтәл, буяулы шоу һәм башҡа саралар ҙа ҡаралған. Шулай уҡ Ейәнсура районының "Ал елкән" лагерында телевизион форматта үткән "Ҡош юлы. Балалар" конкурсының финалы үтә.
Ә төп сара - гитара моңдары һәм йырҙарҙан торған ҙур концерт "Аманат" кафеһы янында, һүрәм буйындағы аҡланда киске сәғәт 8-ҙә башлана.