Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июля 2024, 12:30

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәби әҫәрҙәр конкурсы иғлан ителде

Приз фонды - 200 мең һум.  

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәби әҫәрҙәр конкурсы иғлан ителдеБалалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәби әҫәрҙәр конкурсы иғлан ителде
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәби әҫәрҙәр конкурсы иғлан ителде

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы "Аҡбуҙат" балалар журналы ҡатнашлығында Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәби әҫәрҙәр конкурсы иғлан итте. Башҡорт һәм татар телдәрендә яҙылған ижади эштәр  “шиғриәт” (шиғырҙар) һәм “проза” (хикәйәләр, әкиәттәр, повестар) номинацияларында ҡабул ителә. Унда  Яҙыусылар союзына инмәгән авторҙарға ла ҡатнашырға рөхсәт ителә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.

Конкурсҡа йомғаҡ 2024 йылдың ноябрь айында яһаласаҡ. Әҫәрҙәрҙе  akbuzat-journal@yandex.ru электрон адресына "Балалар әҙәбиәте конкурсы" билдәһе менән ебәрергә. Тулы исем-фамилияғыҙҙы, йәшегеҙҙе, адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефон номеры күрһәтергә, шулай уҡ сифатлы фото беркетергә кәрәк. 

Тулыраҡ белешмә өсөн телефон һандары: 8-927-334-32-35, 8-987-246-79-74.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас