Сәйәхәт барышында төбәк башлығы һәм Үзбәкстандан килгән ҡунаҡтар Өфөнөң Совет майҙанында булды, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миниғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Шулай уҡ Радий Хәбиров менән Аманбай Орынбаев Ленин исемендәге паркта булды, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәйкәле менән танышты. Скульптураны асыу тантанаһы 2024 йылдың 7 февралендә, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы булғайны.