Мәғариф бүлегендә эшләүсе белгестән:
– Исполняющий обязанностей директоры неполный средней школы, тигән аңлатманы башҡортсаға тәржемәләһәң, нисек була ул? – тип һорағандар.
– Бер ҡатмарлылығы юҡ: тулыр тулмаҫ мәктәптең булыр булмаҫ директоры! – тип яуаплаған.
* * *
– Ҡатын, һин минең кеҫәләге аҡсаны күрмәнеңме?
– Күрмәгән булһам, ул һаман да кеҫәңдә ятыр ине бит.
* * *
– Ҡатыным мине ситкә йөрөй, тип уйлап бағыусыға барып, доға уҡытып ҡайтты. Һәм хәҙер ул мине йөрөмәй, тип уйлай. Ә ул ике осраҡта ла хаҡлы түгел ине.